Киноальманахтың һәр тарихын төрлө режиссерҙар төшөргән. Барлыҡ фильмдарҙа, тыуған ҡалаға һөйөү темаһынан тыш, күп милләтле Өфөлә халыҡтар дуҫлығы темаһы төп лейтмотив булып яңғырай.
Төп ролдәрҙе танылған башҡорт актерҙары Азат Йыһаншин, Рушанна Бабич, Алмас Әмиров, Артур Ҡунаҡбаев, Полина Шабаева, Николай Рихтер, Сәғиҙулла Байегет, Андрей Ганичев, Илгизә Ғилманова, шулай уҡ Рәсәй артистары Валентина Ляпина, Владимир Гарцунов, Илья Виногорский башҡарҙы.
Проектты «Асҡарфильм» киностудияһы һәм «МедиаСтарт» ойошмаһы тормошҡа ашырҙы. Фильм 2023 йылда кинематография өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү өсөн республика Башлығы гранттары конкурсында еңеүсе булды.
Фильм 2025 йылдың февралендә киң прокатҡа сыға, шулай уҡ онлайн-платформаларҙа күрһәтелә.
Сығанаҡ: “Башинформ”