+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
18 Декабря 2024, 11:25

Традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән заманса китап

Заманса биҙәлешле китап баш ҡалабыҙ, республикабыҙ ҡунаҡтары өсөн дә, ябай хужабикәләр өсөн дә берҙәй ҡиммәтле бүләк булмаҡсы.

Традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән заманса китапТрадицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән заманса китап
Традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән заманса китап

Заманса биҙәлешле китап баш ҡалабыҙ, республикабыҙ ҡунаҡтары өсөн дә, ябай хужабикәләр өсөн дә берҙәй ҡиммәтле бүләк булмаҡсы.

 

Бөгөн “Лучшие блюда башкирской кухни. Традиции сквозь века” китабының презентацияһы үтте.

Китаптың авторы – Рәсәй Федерацияһының мастер-ашнаҡсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Индүсә Әмир ҡыҙы Арыҫланова.

Йыйынтыҡта туҡланыу индустрияһында 50 йыл эшләп тәжрибә туплаған Индүсә Әмир ҡыҙы аш-һыу әҙерләү оҫталығы менән бүлешә. Китапҡа башҡорт милли ризыҡтары, заманса һыйҙар һәм байрам өҫтәленә тәғәйенләнгән нәзәкәтле ашамлыҡтарҙың да рецептары индерелгән.

 “Был китапты сығарыу өсөн авторҙан тыш редакторҙар, фотографтар, корректорҙар, биҙәлеш мөхәррирҙәре – күп кеше көсөн һалды. Беҙ заманса китап сығарырға тырыштыҡ, шул уҡ ваҡытта ул традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән”, – ти “Китап” нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова.

Китаптың Өфө ҡалаһына 450 йыл тулыу йылында донъя күреүе лә әһәмиәтле. Заманса биҙәлешле китап баш ҡалабыҙ, республикабыҙ ҡунаҡтары өсөн дә, ябай хужабикәләр өсөн дә берҙәй ҡиммәтле бүләк булмаҡсы.

Традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән заманса китап
Традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән заманса китап
Традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән заманса китап
Традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән заманса китап
Традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән заманса китап
Традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән заманса китап
Традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән заманса китап
Традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән заманса китап
Традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән заманса китап
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас