+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Декабря 2024, 09:14

Инвалидтар өсөн тағы бер ярҙам

Республикабыҙ парламенты “Башҡортостан Республикаһында бушлай хоҡуҡи ярҙам тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индерергә йыйына.

Инвалидтар өсөн тағы бер ярҙамИнвалидтар өсөн тағы бер ярҙам
Инвалидтар өсөн тағы бер ярҙам

Республикабыҙ парламенты “Башҡортостан Республикаһында бушлай хоҡуҡи ярҙам тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индерергә йыйына. Унда бушлай юридик ярҙам алыу мөмкин булған хәлдәргә инвалидтарҙың тормошта кәрәк күнекмәләрен һәм үҙ-үҙен хеҙмәтләндереүен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе абилитациялауҙы индерергә тәҡдим ителә. Закон проектын беренсе уҡыуҙа 19 декабрҙә ҡараясаҡтар.

Законды ҡабул итеү һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең абилитация хеҙмәттәрен алыуын ябайлаштырыр, уларҙың тормош сифатын яҡшыртыр, тип көтөлә.

 Инвалид кешегә документтар юллау ҡатмарлы булыуы мөмкин. Юристар уға закон буйынса ниндәй хеҙмәттәр тейешлеген аңлатасаҡ, сәләмәтлек үҙенсәлеген һәм конкрет хәлде күҙҙә тотоп, иң яҡшы вариантты тәҡдим итәсәк. Бушлай хоҡуҡи ярҙам консультация биреүҙе генә күҙҙә тотмай. Белгестәр инвалидҡа законда ҡаралған льготалар һәм хоҡуҡтарҙан тулыһынса файҙаланырға ярҙам итеп,  хоҡуҡи документтар ҙа төҙөйәсәк.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас