+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Декабря 2024, 03:45

Юлға сыҡһаң, уяу бул

Көслө буран сығыу сәбәпле республика юлдарында сикләү индерелгәйне.

Юлға сыҡһаң, уяу булЮлға сыҡһаң, уяу бул
Юлға сыҡһаң, уяу бул

Көслө буран сығыу сәбәпле республика юлдарында сикләү индерелгәйне.

Атап әйткәндә, Өфө - Инйәр - Белорет юлы участкаһында 67 саҡрымдан 204 саҡрымға тиклем (Архангел һәм Белорет райондары биләмәһе); Үрге Сарабил - Ҡыуандыҡ юлында 0-дән 104 саҡрымға тиклем (Ейәнсура районы); федераль әһәмиәттәге Р-240 «Өфө - Ырымбур» трассаһының 27 саҡрымдан (Булгаков) 112 саҡрымға тиклем (Стәрлетамаҡ) һәм 112 саҡрымдан 281 саҡрымға тиклем (Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Көйөргәҙе райондары) юлдар ябылды.

БР Ғәҙәттән  тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 17 декабрҙә иртәнге сәғәт 6-сы 45 минуттан Р-240 трассаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт асылды.

Башҡа участкаларҙа сикләү иртәнге сәғәт 9-ға тиклем үҙ көсөндә ҡала.

Автор:
Читайте нас