+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Декабря 2024, 06:35

Паралимпиясыларға – дәүләт бүләктәре

Башҡортостан паралимпиясылары – Париждағы йәйге XVII Паралимпия уйындары призерҙары юғары дәүләт бүләктәренә лайыҡ булды.

Паралимпиясыларға – дәүләт бүләктәреПаралимпиясыларға – дәүләт бүләктәре
Паралимпиясыларға – дәүләт бүләктәре

Башҡортостан паралимпиясылары – Париждағы йәйге XVII Паралимпия уйындары призерҙары юғары дәүләт бүләктәренә лайыҡ булды. Уларға наградаларҙы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм спорт министры Михаил Дегтярев тапшырҙы. Тантана Мәскәүҙә Ҙур Кремль һарайында уҙҙы.

Республикабыҙ спортсылары араһынан Анна Кулинич-Сорокина Дуҫлыҡ орденын алды. Тағы ла ла 18 спортсыға, шул иҫәптән Елена Прокофьеваға, Антон Кулятинға, Богдан Мозговойға һәм Андрей Николаевҡа “Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн” I и II дәрәжә орденының миҙалдары тапшырылды.

Илебеҙҙең йыйылма командаһы составында Паралимпиадала республикабыҙҙан Богдан Мозговой, Аделина Разетдинова, Андрей Николаев, Антон Кулятин, Анна Кулинич-Сорокина, Елена Паутова, Елена Прокофьева сығыш яһауын билдәләп үтәбеҙ.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Фото: РФ Хөкүмәте сайтынан.

Автор:
Читайте нас