+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
16 Декабрь 2024, 11:19

Яңы йылды – яңы йортта

Бәләбәйҙә 21 егет һәм ҡыҙ Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршы аласаҡ. Бушлай торлаҡ алыу хоҡуғына эйә етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бала булараҡ, улар яңы фатир асҡыстарын алған.

Яңы йылды – яңы йорттаЯңы йылды – яңы йортта
Яңы йылды – яңы йортта

Бәләбәйҙә 21 егет һәм ҡыҙ Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршы аласаҡ. Бушлай торлаҡ алыу хоҡуғына эйә етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бала булараҡ, улар яңы фатир асҡыстарын алған. Был турала Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры Артем Ковшов хәбәр итә.

Фатирҙар инфраструктура яҡшы үҫешкән Механизация һәм Революционерҙар урамдарындағы өс яңы йорттан бүленгән.

"Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән һөҙөмтәләр һәйбәт. Власть органдары, муниципалитеттар һәм бизнестың берлектәге эше һөҙөмтәһе был”, – ти Артем Ковшов. Республикала етем балаларға торлаҡ төҙөү өсөн быйыл 2,4 миллиард һум аҡса бүленгән. 2025 йылда 684 етемгә фатир бирелер, тип күҙаллана.

Фото Артем Ковшовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас