+30 °С
Болотло
Өфөлә юл-транспорт ваҡиғаһында үҫмер ҡыҙ зыян күргән.
Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә кис «Дэу Джентра» машинаһы водителе Октябрь проспектында боролош яһаған ваҡытта 17 йәшлек үҫмер идара иткән «Кайя» мотоциклы менән аварияға юлыға. Төкөшөү һөҙөмтәһендә мотоцикл, ҡаҡлығып, «Лада Гранта»ға бәрелә.
Юл-транспорт ваҡиғаһында 16 йәшлек мотоцикл пассажирының аяғы йәрәхәтләнгән. Уны дауаханаға алып киткәндәр.