Кисә, 15 декабрҙә, Өфөлә 15 йәшлек Алина Мәһәҙиева юғалған. Ҡыҙ Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый икән. Ул ял көндәрендә туғандарында ҡунаҡта булғас, гимназияның дөйөм ятағына ҡайтырға сыҡҡан, әммә барып етмәгән.
– Алина ял көндәрендә Степан Злобин урамында йәшәүсе ағаһы янында булғандан һуң ҡайтырға сыҡҡан, ләкин гимназия ятағына барып етмәгән. Әле телефоны һүнгән. Ул тыныс холоҡло ҡыҙ. Һәр саҡ бәйләнештә була торғайны, – ти ҡыҙҙың апаһы Нәфисә.
Алинаны «Лиза Алерт» ирекмәндәре лә эҙләй.
Уның билдәләре: буйы 170 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле. Оҙон ҡара куртка, ҡолаҡсынлы башлыҡ кейгән.
Юғалған ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеген белеүселәрҙең 8-347-284-66-09 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүен һорайҙар.
Алинаның тиҙерәк табылыуын, иҫән-имен булыуын теләйбеҙ.
Сығанаҡ: «Башинформ».