Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Евразия НОЦ базаһында милли үҙенсәлекте һәм туған телдәрҙе һаҡлау мәсьәләләре буйынса ғилми форум үтте.
Форумдың пленар өлөшөндә РФ Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан фәндәр Академияһы президенты Камил Рамазанов һәм БР Башлығы Гранттары фондының генераль директоры Люция Сәйфуллина сығыш яһаны. Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, милли үҙенсәлекте һәм туған телдәрҙе һаҡлау маҡсатында форумда ғилми-хоҡуҡи база әҙерләнәсәк.
«Урал-Алтай-Мәскәү: Рәсәй төркиҙәре боронғонан хәҙерге заманға» панель дискуссияһында этносәйәси проблемалар, милли һәм гражданлыҡ мәсьәләләре, цивилизация ҡиммәттәре һәм Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген тәьмин итеү механизмдары тикшерелде. Яҡутстан Фәндәр академияһының туған телдәрҙе өйрәнеү, һаҡлау Һәм үҫтереү үҙәге етәксеһе Феодосия Габышева һөйләүенсә, Бөгөн Рәсәй халыҡтарының гражданлыҡ үҙенсәлеген һәм үҙенсәлеген һаҡлау оҙайлы дәүләт бурыстарының береһе булып тора.