-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Декабрь , 23:49

Сәләмәт ғаилә – сәләмәт милләт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы делегаттары төрлө майҙансыҡтарҙа, секция һәм пленар ултырыштарҙа халҡыбыҙ өсөн мөһим һорауҙар хаҡында кәңәш тотто. “Сәләмәт ғаилә – сәләмәт милләт” тигән “түңәрәк өҫтәл” артындағы эшлекле һөйләшеү демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаиләгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләргә арналды.

Сәләмәт ғаилә – сәләмәт милләт
Сәләмәт ғаилә – сәләмәт милләт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы делегаттары төрлө майҙансыҡтарҙа, секция һәм пленар ултырыштарҙа халҡыбыҙ өсөн мөһим һорауҙар хаҡында кәңәш тотто. “Сәләмәт ғаилә – сәләмәт милләт” тигән “түңәрәк өҫтәл” артындағы эшлекле һөйләшеү демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаиләгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләргә арналды.

Йыйылыусыларҙы видеобәйләнеш аша РФ Йәмәғәт палатаһының демография, ғаиләне, балаларҙы һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен яҡлау буйынса комиссия рәйесе Сергей Рыбальченко сәләмләне. Сергей Игоревич ҡәҙерле ҡиммәттәребеҙ һәм традицияларыбыҙҙың береһе күп балалылыҡ булыуын билдәләне. Ул милли идеяға әйләнергә тейеш, тик шунда ғына илдәге ҡатмарлы демографик хәлде яҡшырта аласаҡбыҙ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостан Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре Гөлдәр Әхмәтова, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп, бөгөн башҡорт халҡында ғаилә ҡиммәттәрен билдәләүсе тенденциялар тураһында һөйләп үтте.

 – Бөгөн башҡорт ғаиләһе, илебеҙҙә йәшәүсе башҡа халыҡтар ғаиләләре кеүек үк, ҙур һынауҙар алдында тора, был иһә демографик хәлгә лә йоғонто яһай, – тине ул. Төп факторҙарҙың береһе тип ғалимә урбанизацияны атаны. Ауылдан ҡалаға күскән башҡорттарҙың икенсе-өсөнсө быуынының үҙ тамырҙарынан айырылыуы ҙур борсолоу уятыуын белдерҙе. Йәнә бер күренеш – сит тарафтарға күсеүселәр араһында милләттәштәребеҙ күплеге лә, вахта миграцияһы ла етди уйға һала.

Шул уҡ ваҡытта күмәк бала тәрбиәләүсе башҡорт ғаиләләренең бихисап булыуы күңелдә йылылыҡ уята. “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында еңгән өс балалы Мәхмүтовтар (Өфө районы Шамонино ауылы), һигеҙ сабый үҫтереүсе Ғүмәровтар (Өфө ҡалаһы) һәр йәһәттән өлгөлө башҡорт ғаиләләре булып тора. Улар, әңгәмәлә ихлас ҡатнашып, ҡала шарттарында балаларын ни рәүешле тәрбиәләүҙәре, уларға нисек итеп илһөйәрлек, телһөйәрлек һалыуҙары хаҡында бүлеште.

“Түңәрәк өҫтәл” артындағы йәнле фекер алышыуҙы Бөтә донъя башҡорттары президиумы ағзаһы, күренекле табибә-ғалимә Сәлиә Мырҙабаева һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов алып барҙы. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы халыҡтың ҙур һөйөүен яулаған “Айыҡ ауыл” конкурсы хаҡында һөйләне. Был бәйге киң ҡолас менән барған Хәйбулла, Бөрйән, Көйөргәҙе райондарының тәжрибәһенә айырып туҡталып үттеләр.

Республикала популяр тағы ике проект – “Етегән” байрамы һәм “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы тураһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова бәйән итте. Ул милләттәштәребеҙҙе төбәк-ара бәйгегә әйләнгән был матур конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Александр Королев фотолары.

 

 

Сәләмәт ғаилә – сәләмәт милләт
Сәләмәт ғаилә – сәләмәт милләт
Сәләмәт ғаилә – сәләмәт милләт
Сәләмәт ғаилә – сәләмәт милләт
Сәләмәт ғаилә – сәләмәт милләт
Сәләмәт ғаилә – сәләмәт милләт
Сәләмәт ғаилә – сәләмәт милләт
Сәләмәт ғаилә – сәләмәт милләт
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: