Бөгөн Өфөлә бөтә донъя башҡорттарының тарихи форумы – VI Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы бара.
Сарала халыҡ һайлаған 500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Уларҙың яртыһынан күберәге республикала йәшәй, 171-е – Рәсәй Федерацияһының 34 төбәгенән, 38-е 12 илдән килгән.
Башҡорттарҙың VI Бөтә донъя Ҡоролтайы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса уҙғарыла. Тарихи форум 1995 йылдан бирле башҡорт халҡын берләштереү, этномәҙәни үҫтереү, милли үҙаңды һаҡлау һәм башҡорттарҙың мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатын тота. Съездың көн тәртибендәге төп мәсьәлә – Башҡорт халҡының Үҫеш стратегияһы концепцияһын раҫлау.