VI Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында сығышында Радий Хәбиров, башҡорт халҡының рухы уның тоғролоғонда һәм ихласлығында ята, тип билдәләне.
"Башҡорт халҡы Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының күп милләтле ғаиләһенән ситтә үҫешә алмай. Был – тарихи ҡунаҡсыллыҡ, күрше булып йәшәү мәҙәниәте. Әммә милләтте һаҡлап ҡалыр өсөн уның төп асылын — телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм билдәле бер рухи иммунитетты юғалтмаҫ кәрәк. Был – ҡатмарлы бурыс. Шул уҡ ваҡытта беҙ бөтә халыҡтарҙың мәнфәғәттәре балансын боҙорға тейеш түгелбеҙ. Хәҙерге шарттарҙа заманса модернизация процестарына яраҡлаша алған милләттәр генә үҙ үҙенсәлеген һәм тел үҙенсәлеген һаҡлаясаҡ», – тине ул.
Олег Яровиков фотоһы.