+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
13 Декабрь 2024, 07:14

Башҡортостанда йәш мәктәп директорҙарына грант биреләсәк

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан белем биреү кимәлен үҫтереүҙә юғары бурыстар ҡуя, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.

Башҡортостанда йәш мәктәп директорҙарына грант биреләсәкБашҡортостанда йәш мәктәп директорҙарына грант биреләсәк
Башҡортостанда йәш мәктәп директорҙарына грант биреләсәк

Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр өсөн бер нисә ярҙам сараһы булдырылған. Мәҫәлән, быйыл иң яҡшы тәрбиәселәргә 575 мең һум күләмендә 75 грант бирелгән. Киләһе йылдан иң уңышлы йәш мәктәп етәкселәре өсөн (45 йәшкә тиклем) 690-ар мең һумлыҡ 50-шәр грант булдырыласаҡ. Йыл һайын кәмендә мең педагог шифаханала ял итеү өсөн 56 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ. Радий Хәбиров был ярҙам сараһы уҡытыусыларҙың һорауы буйынса булдырылыуын билдәләне.

 

Сығанаҡ: "Башинформ"

Автор:
Читайте нас