+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
12 Декабрь 2024, 03:25

Яңы производствоға фатиха бирҙе

11 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бишбүләк районына эш сәфәре барышында «Дельта» тегеү предприятиеһының производство участкаһын сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашты.

Яңы производствоға фатиха бирҙеЯңы производствоға фатиха бирҙе
Яңы производствоға фатиха бирҙе

11 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бишбүләк районына эш сәфәре барышында «Дельта» тегеү предприятиеһының производство участкаһын сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашты.

Технологик комплекс өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылған. Төҙөлөшкә 100 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Бишбүләктәге цех - «Дельта» компанияһының өсөнсө етештереү майҙансығы. Унан тыш, предприятие Өфөлә һәм Мәләүездә махсус кейем етештерә. Яңы участкала 100-гә яҡын эш урыны булдырылған.

Предприятиеның генераль директоры Светлана Кузьмина төбәк етәксеһен кейем әҙерләүҙең технологик процесы менән таныштырҙы һәм сығарылған продукция өлгөләрен күрһәте.

“Дельта” предприятиеһы йылына 150 мең комплект махсус кейем сығара, уны Рәсәйҙең 50 төбәгенә оҙаталар. Партнер компаниялар иҫәбендә -нефть сығарыу һәм эшкәртеү, химия тармағы, энергетика комплексы өлкәһендә илебеҙҙең алдынғы сәнәғәт гиганттары.

Автор:
Читайте нас