Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров төбәк аграрийҙарына ҡаһарман хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте.
Республика, алдынғы аграр төбәктәрҙең береһе булараҡ, йылдан-йыл үҙ позицияһын нығыта, тине Башҡортостан Башлығы. Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамай ауыл хужалығы эшсәндәре мул уңыш йыя. Быйыл 2,6 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, 700 мең тоннанан ашыу майлы культуралар йыйып алынған.
“Малсылыҡ тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Башҡортостан һөт етештереү һәм һыйырҙар һаны буйынса алдынғы урындар биләй. Беҙҙә ҡошсолоҡто үҫтереү өсөн ҙур потенциал бар. 2027 йылға тиклем программа әҙерләнгән. Агросәнәғәт комплексын технологик яңыртыуға Республика әүҙем булышлыҡ итә. Быйыл ғына дәүләт ярҙамы арҡаһында аграрийҙарыбыҙ 11 миллиард һумға яҡын суммаға 2,4 мең берәмек техника һатып алды. Инвесторҙар менән уңышлы эшләйбеҙ. Быйыл биш ҙур проект тормошҡа ашырылды, киләһе йылда тағы ла икәүһе тамамланасаҡ», – тине Радий Хәбиров.