+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
12 Декабрь 2024, 09:25

Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтен етәкләне

12 декабрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта төбәк Башлығы Радий Хәбировтың Республика Хөкүмәте рәйесе итеп премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаровты тәғәйенләү тураһындағы тәҡдимен хупланы.

Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтен етәкләнеАндрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтен етәкләне
Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтен етәкләне

12 декабрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта төбәк Башлығы Радий Хәбировтың Республика Хөкүмәте рәйесе итеп премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаровты тәғәйенләү тураһындағы тәҡдимен хупланы.

Парламентарийҙар вазифаға кандидат өсөн бер төптән (106 тауыш) тауыш бирҙе.

Андрей Назаров 1970 йылда Баймаҡта тыуған. Дәүләт идараһы өлкәһендә һәм бизнеста етди тәжрибәһе бар. 1998-2004 йылдарҙа ул Башҡортостандың Магнитогорскиҙағы вәкиллеген етәкләй, 2003 йылда - БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты , 2005 йылда БР эшҡыуарлыҡ ойошмалары Ассоциацияһы рәйесе итеп һайлана. 2007-2011 йылдарҙа  РФ Дәүләт Думаһы депутаты – гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитет ағзаһы, комитет рәйесе урынбаҫары, комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары. 2010 йылда Андрей Назаров «Деловая Россия» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана, 2014 йылдан – уның рәйестәше. Сәйәси фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» маҡтаулы исеменә эйә.

Һуңғы 6 йылда Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтендә эшләне. 2019-2020 йылдарҙа – Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары, 2020 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры.

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:
Читайте нас