+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
12 Декабрь 2024, 06:39

2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы буласаҡ

 Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда республикабыҙҙа МХО ветерандары ассоциацияһы булдырылыуы, 2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителеүе тураһында әйтте.

2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы буласаҡ2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы буласаҡ
2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы буласаҡ

 Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда республикабыҙҙа МХО ветерандары ассоциацияһы булдырылыуы, 2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителеүе тураһында әйтте.

Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә бөтә ярҙам сараларын күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ. Һуғыш ветерандарын тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу, уларҙы эшкә урынлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк. МХО-ла ҡатнашыусыларҙы идара итеү һәм закондар сығарыу эшенә йәлеп итеү мөһим. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға рөхсәт итегеҙ: улар хәҙер илебеҙ, республикабыҙ өсөн иң мөһим кешеләр. Ветерандар менән эшләгәндә уларға ҡарата битарафлыҡ күрһәтмәгеҙ, был эштә бюрократия булырға тейеш түгел. Беҙ уларҙы дауалау, реабилитациялау, эшкә урынлаштырыу һ.б. мәсьәләләрҙең барыһын да комплекслы хәл итеү өсөн республиканың МХО ветерандары ассоциацияһын булдырабыҙ. Мин Указға ҡул ҡуйҙым, уға ярашлы 2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителә, – тине Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.

Фото: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас