Республика Башлығы Радий Хәбиров Бишбүләк районы буйлап эш сәфәре барышында урында башҡарылған эштәр менән танышты.
Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Фәрит улы район гимнын үҙенсәлекле башҡарыу видеоһы менән уртаҡлашты
“Был видеола, минеңсә, бөгөнгө сәфәремдең иң мөһим ваҡиғаһы. Бишбүләк районы гимны биш – рус, башҡорт, татар, сыуаш һәм мордва телдәрендә башҡарыла, - тип яҙҙы Радий Хәбиров. - Бына шулай кешелекле, аҡыллы итеп Рәсәй халыҡтары дуҫлығы нығына. Ә был, минең тәрән инаныуымса, беҙҙең төп байлығыбыҙ. Уны һаҡларға кәрәк”.
Бишбүләк районы гимны композитор Рим Хәсәнов һәм шағир Ҡәҙим Аралбаев тарафынан 1986 йылда яҙылған, һуңынан районда йәшәгән халыҡтар телдәренә тәржемә ителгән.