+30 °С
Болотло
– Беҙ ойоштороусыларға форумды майҙа «Китап-байрам» китап йәрминкәһе сиктәрендә үткәрергә тәҡдим иттек, – тине Әминә Шафиҡова.
– Ҡотлайбыҙ, «Китап байрамы»на ла, «Әйҙә уйнарға» фестиваленә лә әҙерләнергә кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостан Республикаһы «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» конкурсының төп призын яуланы. Урындағы мәҙәни брендҡа әүерелгән “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһен ойоштороу һәм үткәреү республикабыҙға еңеү килтерҙе.