+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
11 Декабрь 2024, 05:20

14 декабрь – Башҡорт теле көнө

Башҡортостан Башлығы грантына Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тормошҡа бик күп проекттар ашыра.  

14 декабрь – Башҡорт теле көнө14 декабрь – Башҡорт теле көнө
14 декабрь – Башҡорт теле көнө

Башҡортостан Башлығы грантына Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тормошҡа бик күп проекттар ашыра.  

Шуларҙың иң әһәмиәтлеләре:

* башҡорт телен төрлө кимәлдә өйрәнеүселәр өсөн 14 мобиль ҡушымта барлыҡҡа килде,  араларында "Әлләсе", "IQbalaBash", "Инофон Bash", "Bashword", "Эшлекле башҡорт теле" тигәндәре бар;

* Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә башҡорт телен өйрәтеү курстарында биш мең самаһы кеше ҡатнашҡан;

* Быйыл Өфөлә уҙған "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале һигеҙ мең кешене йәлеп иткән;

* башҡортса һөйләшеүсе "Һомай" аҡыллы колонкаһы сығарылды;

* https://bashkortsoft.ru онлайн-тәржемәсеһе булдырылды, уның менән 1 миллион самаһы кеше ҡулланған да инде;

* Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған сайт та халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, уны бер йылда 500 меңдән ашыу кеше ҡараған;

* башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелгән "вируслы" видеоларҙы 5 миллион кеше ҡараған;

* Башҡорт теленән диктант халыҡ-ара кимәлгә сыҡты.

Автор:
Читайте нас