1000 һумлыҡ аҡсаға Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтен төшөрөү хоҡуғы өсөн тауыш биреү бара, тип яҙғайныҡ.
Тауыш биреү 12 декабргә тиклем дауам итә. Әле Салауат Юлаев һәйкәле икенсе урында бара. “Метеор” теплоходынан 22 мең тауышҡа ҡалып килә.
Әйҙәгеҙ, Салауат Юлаев һәйкәле өсөн дәррәү тауыш бирәйек! “Башҡортостан ҡыҙы” журналы төркөмөндә 33 меңдән ашыу кеше ултырыуын иҫәпкә алғанда, һә тигәнсе беренсе урынға сыға алабыҙ, дуҫтар.
Киң популяр Фәнил Ҡарасуриндың https://vk.com/kurshebrat?w=wall-199069696_85228 мөрәжәғәтен ҡарау ҙа этәргес булыр.
Тауышты https://cbr.ru/cash_circulation/simvoly-dlya-banknot/1000/ һылтамаһы буйынса бирергә кәрәк.