+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Декабря 2024, 04:21

«Ҡоролтайға йәштәрҙе йәлеп итеү мөһим»

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре, абруйлы йәмәғәт эшмәкәрҙәре үҙ фекерҙәре менән бүлешеүен дауам итә. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосопова йәштәрҙе йәлеп итеүҙе мөһим йүнәлештәрҙең береһе тип билдәләй.

«Ҡоролтайға йәштәрҙе йәлеп итеү мөһим»«Ҡоролтайға йәштәрҙе йәлеп итеү мөһим»
«Ҡоролтайға йәштәрҙе йәлеп итеү мөһим»

  – Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы – республикабыҙҙа иң алдынғыларының береһе. Мәҫәлән, Башҡорт теле йылында беҙҙең ойошма Башҡортостан ҡалалары ҡоролтайҙары араһында икенсе урынды (2020 йыл), Башҡорт тарихы йылында беренсе урынды (2021 йыл) яуланы. Әлеге ваҡытта яҙмышы ҡала тарихы менән бәйле булған билдәле башҡорт шәхестәренең биографияһы буйынса китаптар сығарыу, күренекле башҡорттарға һәйкәл асыу кеүек сауаплы һәм әһәмиәтле ғәмәлдәр ҙә – төп маҡсатыбыҙ. Әйтәйек, былтыр этнограф, мәғрифәтсе, шағир, тәржемәсе, ике йыл Стәрлетамаҡта йәшәгән һәм эшләгән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа, быйыл шағир, сәйәсәтсе Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйылды. 2020 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында комбриг Муса Мортазин иҫтәлегенә, ә былтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары көсө менән Әбделҡадир Инан иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар асылды. Ҡоролтайыбыҙҙың төп ғорурлығы – беҙ ойошторған «Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө» республика байрамы. Ул 2016 йылдан алып яҙҙың тәүге көнөндә – 1 мартта уҙғарыла. «Етегән байрамы»н күптәр Стәрлетамаҡтың бренды булараҡ ҡабул итә. Киләсәккә йәштәрҙе үҙебеҙҙең сафтарға йәлеп итеүҙе мөһим йүнәлеш итеп алдыҡ. Уларҙың идеялары күп, улар дәртле, эшкә ашҡынып тора, иң мөһиме: йәштәр заманса фекерләй белеүҙәре менән айырыла. Әлбиттә, ҡоролтай ағзалары тәжрибәләре менән уртаҡлашып, йәштәр менән әүҙем эшләһә – һөҙөмтәләр ҙә бай буласаҡ. Был тәңгәлдә, әйткәндәй, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайының тәжрибәһе бар. Беҙҙең әлеге командабыҙ 2015 йылдан алып эшләй. Ҡоролтайыбыҙ эргәһендә Йәштәр ҡоролтайы ла әүҙем. Быйыл (2024 й.) ҡоролтайыбыҙҙың 7 февралдә төҙөлгән протоколына ярашлы Йәштәр ҡоролтайы ойошмаларының исемен үҙгәртте. Хәҙер «Башҡорт йәштәре» тип атала улар. Шулай уҡ, элеккесә Стәрлетамаҡ ҡоролтайы менән тығыҙ бәйләнештә ҡала, әммә уларға үҙаллы ойошма булараҡ, үҙаллылыҡ киңәйтелә. Был ойошманы Юстиция министрлығында юридик теркәү процедураһы аша  үткәреү  ҙә ҡаралған. Был инде йәштәргә саф үҙҙәренең проекттарын гранттар аша тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк, – тине Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосопова

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-12-09/oroltay-a-y-sht-r-e-y-lep-ite-m-im-4044987

 
Автор:
Читайте нас