Башҡортостанда “Урындағы үҙидаралыҡ органдарына Башҡортостан Республикаһының айырым дәүләт вәкәләттәрен биреү тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индерергә йыйыналар. Республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы депутаттары киләһе ултырышта был хаҡтағы закон проектын һуңғы уҡыуҙа ҡараясаҡ.
– Һүҙ шәхси мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмалары сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау тураһында бара. Был маҡсатта республика бюджетынан урындағы бюджеттарға муниципалитеттар ғаризаһы нигеҙендә субвенциялар бүленә, – ти парламент спикеры Константин Толкачев. – Сумма билдәле бер алым буйынса бер йылға алдан иҫәпләнә.
Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала мәктәпкәсә мәғариф ойошмаларына 208,9 меңдән ашыу сабый йөрөй. Шуларҙың 5,8 меңе – шәхси балалар баҡсаларына. Республикала дәүләттән субсидия алырға хоҡуҡлы 59 юридик шәхес иҫәпләнә. Субсидияларҙы хеҙмәт хаҡын түләүгә, балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу өсөн уҡыу әсбаптары, уйынсыҡтар алыуға тотонорға мөмкин. Биналарҙы тотоуға һәм коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар бюджеттан финансланмай.
Фото "Башинформ"дан алынды.