З декабрҙән 6 декабргә тиклем Өфөлә XVII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтте. Уны ойоштороусы булып традиция буйынса Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһаны. Сарала ҡатнашыусылар һөнәри майҙансыҡтарҙа тәжрибә уртаҡлашты, килешеүҙәр төҙөнө, иҡтисадтың һәм йәмәғәт тормошоноң көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү юлдарын тикшерҙе.
XVII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы Көрәш һарайында – донъя кимәлендәге спорт комплекстарының береһендә уҙҙы. Сараның тематикаһы Рәсәй һәм Башҡортостандың иҡтисади үҫешенең төп мәсьәләләренә арналды. Ҡатнашыусылар экспорт үҫеше юлдарын, инновациялар индереү, инвестициялар йәлеп итеү темаларын тикшерҙе.
Халыҡ-ара бизнес аҙналығының беренсе көнөндәге мөһим ваҡиға – Эшҡыуарлыҡ көнө тәжрибәле эшҡыуарҙарҙы, дәүләт эшмәкәрҙәрен, иҡтисадтың төрлө өлкәләрендәге эксперттарҙы тупланы. Был көндә бизнес-шәрифтәрҙең беренсе республика чемпионаты финалы уҙҙы. Ул муниципаль берәмектәрҙе үҫтереү йәһәтенән мөһим бурыстарҙы хәл итеүгә, урындарҙа ғәмәлгә ашырырлыҡ яңы проекттар тәҡдим итеүгә йүнәлтелгәйне.
Бынан тыш, тематик конференцияла Хәләл индустрия үҫеше перспективалары баһаланды. Интеллектуаль милек буйынса түңәрәк өҫтәл эшлекле программаның төп ваҡиғаларының береһе булып торҙо. Тәүге көн “Йыл эшҡыуары” республика конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү менән тамамланды.
Сараның икенсе көнөндә, 4 декабрҙә, уҙған Х Дөйөм Рәсәй юридик форумында урындағы үҙидаралыҡ эшмәкәрлеге мәсьәләләре ҡаралды.
Ә 5 декабрҙә Аҙналыҡ сиктәрендә Өфө VI Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумын ҡабул итте. Был форумдың Өфөлә үтеүе – Башҡортостан менән Ҡырымдың дуҫтарса мөнәсәбәттәре билдәһе. Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров яңыраҡ булып үткән тура линия барышында ла шул турала билдәләне.
Ялта форумының “Мин – Беҙ – Күп полярлы донъя. Яңы иҡтисади ысынбарлыҡ” федераль пленар ултырышында министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, үҫеш институттары һәм бизнес берекмәләре вәкилдәре, шулай уҡ сит ил эксперттары ҡатнашты.
Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге форумдар күп уҙа, ә Өфө илдең төп конгресс үҙәктәренең береһенә әйләнә бара. Радий Хәбиров был сараларҙы “дәүләт сәйәсәте бурыстарын хәл итеүҙең һөҙөмтәле инструменты” тип атаны. Ул Ялта форумының халыҡ-ара әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ялта форумы майҙандарында санкция баҫымы шарттарында иҡтисадты үҫтереү юлдары, технопарктар, медицина туризмы перспективалары, халыҡ кәсепселегенә ярҙам саралары ҡаралды. Шулай уҡ кесе бизнесты үҫтереүгә етди иғтибар бирелде.
6 декабрҙә, Халыҡ-ара бизнес аҙналығының һуңғы көнөндә, Евразия һәм Африка халыҡтары ассамблеяһы вәкиллеге йәмәғәт советының киңәйтелгән ултырышы булды. Унда иҡтисад үҫешендә локомотив булып торған өс йүнәлеш – логистика, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек һәм креатив туризм хаҡында һүҙ барҙы. Башҡортостанда был тәңгәлдә күрһәтерлек нәмәләр бар.
Башҡортостандың төп өҫтөнлөктәренең береһе – яҡшы транспорт-логистика селтәре. Дөйөм юлдар оҙонлоғо буйынса ул илдә икенсе урынды биләй. Бынан тыш, республика аша 3 мең километрҙан ашыу тимер юлы үтә. Төбәктә тауарҙар һаҡлау инфраструктураһы үҫешә. Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек күрһәткестәре лә һәйбәт. Туризм да республикабыҙҙа киң ҡолас менән үҫешә.
Сарала ШОС сиктәрендә кесе һәм урта бизнес хеҙмәттәшлеге мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленде. Былар барыһы ла һуңғы һөҙөмтәлә республикабыҙ иҡтисадын нығытыуға йүнәлтелгән.
Фото: “Башинформ”.