+23 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
6 Декабрь 2024, 03:30

Башҡорт теле – интернетта

Башҡортостанда «Башҡортса интернет-серфинг» проекты ғәмәлгә ашырыла

Башҡорт теле – интернеттаБашҡорт теле – интернетта
Башҡорт теле – интернетта

Башҡортостанда «Башҡортса интернет-серфинг» проекты ғәмәлгә ашырыла

Уны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма һәм «Мираҫ» йәштәр башланғыстарына ярҙам Фонды тормошҡа ашыра. Улар 2,25 миллион һумлыҡ республика Башлығы грантын отто.

"Башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был йәһәттән әүҙем һәм битараф булмағандарға, туған телдә рәхәтләнеп һөйләшкәндәргә, уны яратҡандарға ярҙам итергә булдыҡ", - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрендә.

Программаны ойоштороусылар аңлатыуынса, улар башҡорт теленең интернет-мөхиттә һәм социаль селтәрҙәрҙә иркен үҫешеүен теләй. "Бәләкәй" телдәрҙең проблемалары шунда: улар көндәлек аралашыуҙа, ҡағиҙә булараҡ, ғаилә эсендә, аралашҡанда ғына ҡулланыла. Ә хәҙер социаль селтәрҙәр ҙур әһәмиәткә эйә. Тик унда, ҡағиҙә булараҡ, рус теле өсөн киң таралған шрифттар ғына. Социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында ҡулланыу өсөн башҡорт шрифттарын булдырыу планлаштырыла.

Автор:
Читайте нас