Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа температураһы декабрь өсөн хас нормаға яҡынлаша, тип хәбәр итәләр Башгидрометтан.
Декабрь башланыу менән республикала ҡар ятһа ла, температура режимы бөтөнләй ҡышҡыса түгел. “Йылы һауа массаһы йоғонтоһонда республикала температура норманан 5-7 градусҡа юғарыраҡ күҙәтелә. Аҙнаның икенсе яртыһында республикала һауа шарттары үҙгәрәсәк", - ти синоптиктар.
Бөгөн, 5 декабрҙә, республика биләмәһе аша епшек ҡар һәм ҡар рәүешендә яуым-төшөм алып килгән һалҡын һауа фронты үтә. Һауа температураһы климат нормаһына яҡынлаша.
6 декабрҙә һауа температураһы төндә -8, -13, аяҙытҡанда -18, көндөҙ -5, -10 градусҡаса түбәнәйә.
Ял көндәрендә республикала уртаса һалҡын һауа торошо көтөлә, төндә -10, -15, аяҙытҡанда -17, -22, көндөҙ -7, -12 градус.