+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Декабрь 2024, 04:40

Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

4 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашты.

Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралдыКөнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды
Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

4 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашты.

Көн тәртибенә ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫештең көнүҙәк мәсьәләләре сығарылды.

Мөһим бурыстарҙың береһе – МХОла ҡатнашыусыларҙы тыныс тормошҡа интеграциялау, уларҙың ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтеү.

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу социаль ярҙам сараһы ғәмәлгә ашырыла. Республиканан мобилизацияланғандар һәм ирекмәндәр өсөн 138 гуманитар конвой ебәрелгән. Радий Хәбиров инициативаһы буйынса 2025 йыл республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы тип иғлан ителде.

Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиленең айырым контроле аҫтында дәүләт башлығы Владимир Путин инициативаһы менән ғәмәлгә ашырылған 14 милли проект тора. Башҡортостанда улар буйынса дөйөм финанслау күләме 2024 йылда 34,9 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән, шуның 23,7 миллиард һумы – федераль аҡса.

Шулай уҡ кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының ҡышҡы осорға әҙерлеге тикшерелде, унда тулы хоҡуҡлы вәкил аппараты контролендә булған башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡуҙғатылды.

Автор:
Читайте нас