+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Декабрь 2024, 04:44

Ижади бәйге тамам

Хөрмәтле дуҫтар! Уҡыусыларыбыҙ күңелендә  яҡты ауаз тапҡан  “Әсә йөрәге - 2024”  шиғри бәйгеһе тамам. Быйыл ул туғыҙынсы тапҡыр уҙғарылды. Конкурсыбыҙға  һәр береһе үҙенсәлекле булған, бай йөкмәткеле һигеҙ  ижади видеояҙма килде. Күңел йылыһын һалып, әсәлек хистәренә дан йырлаған авторҙарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Ижади бәйге тамамИжади бәйге тамам
Ижади бәйге тамам

Ижади эштәрҙе баһалағанда, иң тәүҙә шиғырҙарҙың мәғәнәүи бөтөнлөгөнә, образлылығына, рифма-ритм төҙөклөгөнә, һүҙ байлығына иғтибар бүленде. Шулай итеп, еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде:

 

“Йөрәккәйе тулы моң-һағыш”номинацияһында – Рима Ибраһимова-Әбйәлилова

“Күңел кәрәҙе” номинацияһында – Мөнирә Аҫылгәрәева

 

 I урын – Миңнур Байғарина

 II урын – Гөлфиә Ишмөхәмәтова, Хәлимә Бабаева-Бастанова

III урын – Люциә Ғәббәсова, Дилара Мәхмүдинова-Мөтикова,  Ҡәмәриә Йәғәфәрова

 

 

Барлыҡ еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә  иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырыласаҡ.

Ә кемдәрҙер ниндәйҙер сәбәптәр менән конкурста ҡатнаша алмаған икән, борсолмаһын, киләһе “Әсә йөрәге – 2025” бәйгеһе һеҙҙе көтә!

 

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас