Йәйгеһен Башҡортостан шифаханаларында 66 меңгә яҡын кеше һаулығын нығытҡан. Был хаҡта Санатории-России.рф порталына һылтанма менән ТурСтат хәбәр итә.
Быйыл йәйге миҙгел Рәсәй шифаханалары өсөн һөҙөмтәле булды. Юлламаларға һорау рекордлы кимәлгә етте. Ҡунаҡтар һаны һәм шифаханаларҙың тулайым килеме буйынса күрһәткестәр ҙә юғары.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге 10 төбәге иҫәбендә тора һәм шифахана-курорт ялын популярлаштырыу буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
2024 йылдың июнь-август айҙарында Башҡортостан шифаханаларында 65,7 мең кеше ял иткән. Республикала шифаханаға юлламаның уртаса хаҡы 37,6 мең һум булған. Йәй көнө Башҡортостан шифаханаларының тулайым килеме 2,477 миллиард һумға еткән.
Быйыл йәй Волга буйы федераль округы шифаханаларында 385,7 мең кеше һаулығын нығытҡан. Дөйөм алғанда, йәй көнө Рәсәйҙә 2,2 миллион кеше шифаханала ял итеүҙе һайлаған.
Сығанаҡ: "Башинформ".