+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Декабрь 2024, 04:15

Тел һәм мәҙәниәт үҫеше өсөн шарттар бар

Башҡортостанда төрлө милләт телен һәм мәҙәниәтен үҫереү өсөн шарттар тыуҙырылған.

Тел һәм мәҙәниәт үҫеше өсөн шарттар барТел һәм мәҙәниәт үҫеше өсөн шарттар бар
Тел һәм мәҙәниәт үҫеше өсөн шарттар бар

Башҡортостанда төрлө милләт телен һәм мәҙәниәтен үҫереү өсөн шарттар тыуҙырылған.

Ноябрҙә Ижевск ҡалаһында халыҡтар Дуҫлығы Йортонда Удмурт Республикаһының Дәүләт Советы Һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡул ҡуйған хеҙмәттәшлек тураһында килешеү быға асыҡ миҫал.

Башҡортостанда 20 меңгә яҡын удмурт йәшәй, һигеҙ мәктәптә удмурт телен өйрәнәләр. Был дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары Ижевск ҡалаһында удмурт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала даими ҡатнаша. Тәтешле районында Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй, удмурт телендә “Ошмес” республика гәзите сыға. Удмурт фольклор коллективтарының төбәк-ара фестивале даими үткәрелә.

Удмуртияла иһә 3 меңдән ашыу башҡорт төпләнгән. Улар өсөн йыл һайын һабантуй үткәрелә. Унда Башҡортостан коллективтары йыш сығыш яһай.

Автор:
Читайте нас