+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Декабрь 2024, 03:10

Республика Башлығы менән тура бәйләнеш үтте

Кисә, 3 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтте.

Республика Башлығы менән тура бәйләнеш үттеРеспублика Башлығы менән тура бәйләнеш үтте
Республика Башлығы менән тура бәйләнеш үтте

Кисә, 3 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтте.

Ул Ул БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдарында һәм «Юлдаш» радиоһында тура эфирҙа барҙы.

Республика Башлығы менән тура бәйләнеш 4 сәғәт 13 минут дауам итте, был ваҡыт эсендә ул 65 һорауға яуап бирҙе. Республика халҡынан бөтәһе 8,7 меңдән ашыу мөрәжәғәт алынған, уларҙың барыһы ла эшкәртеләсәк.

Тура бәйләнештә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Радий Фәрит улы республика халҡына рәхмәт белдерҙе.

"Һорауҙар күбәйә, тимәк, кешеләр әле чиновник бюрократияһына ышанмай. Был – тура бәйләнеш күрһәткән төп фекер. Беҙ коллегаларыбыҙ менән бирелгән бөтә һорауҙарҙы ҡарап сығасаҡбыҙ һәм улар буйынса эш башлау өсөн күрһәтмәләр бирәсәкбеҙ. Киләһе оператив кәңәшмәлә муниципалитет башлыҡтары заданиелар һәм йөкләмәләр аласаҡ", - тине ул.

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:
Читайте нас