+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Декабрь 2024, 05:58

Ниһайәт, 17 градусҡаса һыуыта

Йома, 6 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, һауа температураһының төндә -7, -12, аяҙытҡанда -17 градусҡа тиклем төшөүе фаразлана.

Ниһайәт, 17 градусҡаса һыуытаНиһайәт, 17 градусҡаса һыуыта
Ниһайәт, 17 градусҡаса һыуыта

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, һауа температураһы көндөҙ +1, -4 градус.

Кесаҙна, 5 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа, айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, -7, аяҙытҡанда -12 градус. Көндөҙ 0, -5 градус.

Йома, 6 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -7, -12, аяҙытҡанда -17 градусҡа тиклем. Көндөҙ -5, -10.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-04/v-bashkirii-poholodaet-do-17-gradusov-4036810

Автор:
Читайте нас