+30 °С
Болотло
– Бик матур сара! Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова уны йыл да үткәрергә тәҡдим итә. Майҙансыҡ та һәйбәт. Көрәш һарайында, спорт ярыштарынан тыш, ошондай мәҙәни саралар ойоштороу мөмкинлеге лә бар, – тине Радий Хәбиров. – Мин оло ҡәнәғәтлек алдым.
Радий Хәбиров фестивалдә «Рух» төркөмөнөң «Өлгөрмәнем» йыры күңеленә үтеп инеүен һәм хәҙер уны машинала тыңлауын һөйләне.
– Егеттәргә ошо йыр өсөн рәхмәт әйтегеҙ. Ул уйланырға ла мәжбүр итә, бик сифатлы ла, – тине республика етәксеһе.
Сығанаҡ: “Башинформ”