+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
3 Декабрь 2024, 17:25

Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау

Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау өсөн йыл ярым самаһы ваҡыт кәрәк, тине Радий Хәбиров тура эфир барышында, журналист Рита Өмөтбаеваның һорауына яуап биреп.

Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауСалауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау
Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау

Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау өсөн йыл ярым самаһы ваҡыт кәрәк, тине Радий Хәбиров тура эфир барышында, журналист Рита Өмөтбаеваның һорауына яуап биреп.

"Һәйкәлде юҡ итеү ниәте юҡ. Һәйкәлде киләһе быуындар һәм республика өсөн һаҡлап ҡалыу теләге генә бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Республика етәксеһе. - Беҙҙең алда бик ҡатмарлы бурыс тора. Һәйкәлдең торошо бик борсой. Конструкцияны коррозия ашай - ул аттың артҡы аяҡтарын һәм эске каркасын ныҡ зарарлаған. Был һәйкәлдең бөгөнгө торошон хәүефле итә. Постамент та һорауҙар тыуҙыра. Был эште башларға мәжбүрбеҙ". 

Реконструкцияны башлау өсөн 2025 йылда бюджеттан аҡса бүленәсәк, тип билдәләне Радий Хәбиров. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, реставрацияға яҡынса йыл ярымға иклем ваҡыт талап ителә. Һәйкәлде һүтеү эксперт комиссияһының талабы, тине төбәк Башлығы.

"Бөгөн реконструкция проекты дәүләт федераль эксперт комиссияһының ыңғай һығымтаһын алды. Эште башлау өсөн документтарыбыҙ бар. Уға тиклем эште нисек алып китеү тураһында бергәләп кәңәш ҡорасаҡбыҙ. Реконструкция хатта һәйкәлдең ҡайһы бер өлөштәрен алмаштырыуҙы күҙ уңында тота», — тип аңлатты республика етәксеһе.

Автор:
Читайте нас