+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
3 Декабрь 2024, 03:20

Салауат Юлаев һәйкәле өсөн тауыш бирәйек!

Рәсәй Үҙәк банкы яңы аҡсаларға төшөрөү өсөн Волга буйының  иҫтәлекле 25 урынын һайлап алған. Шулар иҫәбендә 1000 һумлыҡ банкнотаға Салауат Юлаев һәйкәле лә дәғүә итә.

Салауат Юлаев һәйкәле өсөн тауыш бирәйек!Салауат Юлаев һәйкәле өсөн тауыш бирәйек!
Салауат Юлаев һәйкәле өсөн тауыш бирәйек!

Рәсәй Үҙәк банкы яңы аҡсаларға төшөрөү өсөн Волга буйының  иҫтәлекле 25 урынын һайлап алған. Шулар иҫәбендә 1000 һумлыҡ банкнотаға Салауат Юлаев һәйкәле лә дәғүә итә.

1000 һумлыҡтың бер яғында Түбәнге Новгород Кремленең Никольск башняһы буласаҡ, ә икенсеһендә ошо 25 объекттың береһе тауыш биреү юлы менән һайлана.

Үҙәк банк былтыр яңы меңлек сығарғайны, әммә ундағы һүрәт менән буталсыҡ тыуҙы. Һәм эште туҡтатып торҙолар. Быйыл ул яңынан ҡарала.

Әле банк сайтында тауыш биреү бара. Ул 12 декабргә тиклем дауам итә.

Әйҙәгеҙ, Салауат Юлаев һәйкәле өсөн дәррәү тауыш бирәйек! Тауышты https://cbr.ru/cash_circulation/simvoly-dlya-banknot/1000/ һылтамаһы буйынса биреп була.   

Фото: РФ Үҙәк банкы.

Автор:
Читайте нас