+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Декабря 2024, 08:16

Элвин Грей Эльбрус менән яңы йыр яҙҙыра

Элвин Грей социаль селтәрҙәге сәхифәһендә билдәле башҡарыусы менән яңы йырға клип төшөрөүе тураһында хәбәр итте.

Элвин Грей Эльбрус менән яңы йыр яҙҙыраЭлвин Грей Эльбрус менән яңы йыр яҙҙыра
Элвин Грей Эльбрус менән яңы йыр яҙҙыра

Элвин Грей (Радик Юльяҡшин) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Кавказ башҡарыусыһы Эльбрус Джанмирзоев менән яңы йырға клип төшөрөүе тураһында хәбәр итте.

— Бөгөн беҙ Эльбрус менән бергә йыр яҙҙырабыҙ, — тине Элвин Грей. — Йыр 20 декабрҙә сыға.

Башҡортостандың халыҡ артисы шулай уҡ аҙна һайын яңы йырҙары сығыуын билдәләне. Мәҫәлән, ноябрҙә Элвин Гүзәл Уразова менән яҙҙырылған өр-яңы йырын тәҡдим итте.

Элвин Грей сәләмәтлеге менән проблемалары булыуға бәйле Башҡортостандағы концерттарын күсерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-12-02/elvin-grey-anonsiroval-premieru-novoy-pesni-s-elbrusom-4033678

Автор:
Читайте нас