+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
3 Декабрь 2024, 08:28

Биш килограмлыҡ суртан тотҡан

Ниғәмәт ауылынан Әмир Юлғотлин Һаҡмар йылғаһында биш килограмлыҡ суртан тотҡан. Был уның беренсе рекорды түгел — уҙған йылда ул ете килограмлыҡ балыҡ тотҡан булған.

Биш килограмлыҡ суртан тотҡанБиш килограмлыҡ суртан тотҡан
Биш килограмлыҡ суртан тотҡан

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан Әмир Юлғотлин Һаҡмар йылғаһында биш килограмлыҡ суртан тотҡан. Был уның беренсе рекорды түгел — уҙған йылда ул ете килограмлыҡ балыҡ тотҡан булған.

«Һаҡмар балығы тәмле, ғаиләмде алабуға, сабаҡ, һыла һәм ҡыҙылғанат менән һыйларға яратам. Алыҫҡа йөрөмәйем — Һаҡмар йылғаһында балыҡ тотам, ҡайһы берҙә Талҡаҫ күленә лә барам».

Әмир Юлғотлин әйтеүенсә, балыҡ тотоу ҡомары уға көс-дәрт өҫтәй.

«Йәй көнө мин иртән һәм кисен икешәр сәғәт балыҡ тотам, ә ҡышын миңә нығыраҡ оҡшай. Тынлыҡ һәм саф һауа күңелемә рәхәтлек бирә», — ти ул.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-03/zhitel-bashkirii-poymal-pyatikilogrammovuyu-schuku-4034065

Автор:
Читайте нас