Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдереүенсә, Баймаҡ районының тағы өс ауылына тәбиғи газ килгән.
«Яңы 30,6 саҡрым оҙонлоҡтағы ҡасаба-ара газ үткәргес Йомаш, Ишбирҙе һәм Юлыҡ ауылдарындағы 627 йортто һәм ете ҡаҙанлыҡты зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итте. Объект 2021-2025 йылдарға төбәкте газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһы буйынса төҙөлдө. «Газпром газ бүлеү Өфө» белгестәре 39,3 саҡрымлыҡ газ бүлеү селтәрҙәре төҙөнө һәм өс газ көйләү пункты урынлаштырҙы», — тине ул.
Урындағы халыҡтан газ үткәреү өсөн 300-гә яҡын ғариза ҡабул ителгән.