Иртәгә, 3 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура эфирҙа республика халҡын борсоған һорауҙарға яуап бирә.
Тура бәйләнеш трансляцияһын "Башҡортостан Юлдаш” телевидениеһы, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө», «Сәләм», UTV һәм «Юлдаш» радиостанцияларының тура эфирында, шулай уҡ Республика Башлығының «Бәйләнештә» (https://vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_1143144 ) һәм «Одноклассники» (https://ok.ru/radiyhabirov/statuses/157171914447662) социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә ҡарарға һәм тыңларға мөмкин. Трансляция 19 сәғәттә башлана.
Республика етәксеһенә һорауҙы «Башҡортостан Башлығының Тура линияһы» телеграм-боты (https://t.me/AskGlavaRBbot ), дәүләт хеҙмәттәрендә кире бәйләнеш платформаһы (https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/5690/ ) йәки Республика Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлек (https://glavarb.ru/rus/pl/) аша бирергә мөмкин.