Бөгөн республикабыҙҙа Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек аҙналығы башланды. Ул 6 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Аҙналыҡтың маҡсаты – инвалидтарҙың проблемаларына, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға киң йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү. Уның Башҡортостанда Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы сиктәрендә уҙғарылыуын билдәләп китәбеҙ. Аҙна дауамында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, йәмәғәт ойошмалары, хәйриә фондтары тәҡдим иткән күп саралар үткәреләсәк.
Мәҫәлән, насар ишетеүсе кешеләр өсөн КВН, “Йомарт шишәмбе” акцияһы, инвалидтар өсөн вакансиялар йәрминкәһе, инвалидтар һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн фотоконкурс, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе әсәләр өсөн матурлыҡ һәм талант бәйгеһе һәм башҡа саралар уҙғарыу билдәләнгән.
“Социаль такси” проектын башлап ебәреү аҙналыҡтың мөһим ваҡиғаһы буласаҡ. Уны ойоштороу тәҡдиме менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһағайны. Социаль такси хеҙмәте “Именлек” геронтология үҙәге базаһында булдырыла. Был такси хеҙмәттәре бушлай күрһәтелә. Уны инвалид балалар һәм 1-се төркөм инвалидтар саҡырта ала. Был хеҙмәттән йылына биш меңләп кеше файҙаланасаҡ, тип күҙаллана.
Фото “Башинформ”дан алынды.