2 – 12 декабрҙә 2025 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалар менән яҙылыу декадаһы үтә.
Ошо ун көндә “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 734 һум 58 тин хаҡы менән яҙылырға мөмкин.
Ҡулай хаҡтарҙан файҙаланып ҡалығыҙ. Үҙегеҙ алдыртығыҙ, әсәй-өләсәйҙәрегеҙгә, ҡыҙ туғандарығыҙға бүләк итегеҙ, дуҫ-иштәрегеҙгә баҫма тураһында һөйләгеҙ, тиражыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға шулай өлөш индерегеҙ.
Журналға:
- Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә;
- https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша;
- редакцияла яҙылып була.
Бергә булдыҡ, ошо ябай булмаған осорҙа ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!