-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
29 Ноябрь , 13:37

Һөнәри “яныу” – етди проблема

Беҙҙе дауалау өсөн бар көстәрен һалыусы табиптар ҙа ҙур көсөргәнештәр арҡаһында арып, һөнәри “яныу” кисерә. Өфөлә, Профсоюздар йортонда, бөтә республиканан табиптар һөнәри “яныуҙы” профилактикалау һәм пациенттар менән аралашыуҙы яҡшыртыу мәсьәләләрен тикшерергә ғилми-ғәмәли конференцияға йыйылды.

Һөнәри “яныу” – етди проблема
Һөнәри “яныу” – етди проблема

Беҙҙе дауалау өсөн бар көстәрен һалыусы табиптар ҙа ҙур көсөргәнештәр арҡаһында арып, һөнәри “яныу” кисерә. Өфөлә, Профсоюздар йортонда, бөтә республиканан табиптар һөнәри “яныуҙы” профилактикалау һәм пациенттар менән аралашыуҙы яҡшыртыу мәсьәләләрен тикшерергә ғилми-ғәмәли конференцияға йыйылды.

Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзы үткәргән тикшереүҙәргә ярашлы, һөнәри “яныу” айырыуса тиҙ ярҙам, интенсив терапия бүлеге, шулай уҡ поликлиника хеҙмәткәрҙәре араһында киң таралған. Тикшереүгә йәлеп ителгән 2600 медиктың 38 проценты эмоциональ бушлыҡ кисерә икән. Ковид пандемияһы осоронда был күрһәткес 80-100 процентҡа еткән.

 Сара спикерҙарының береһе – ”Милләт киләсәге – минең ҡулымда” һаулыҡ һаҡлау үҙәге директоры Наталья Князева эмоциональ “яныу”ҙы профилактикалау техникалары менән таныштырҙы.

Республикала табиптарҙың һөнәри “яныуын” профилактикалау буйынса яҡшы тәжрибәләр бар. Мәҫәлән, Өфөнөң 50-се поликлиникаһында стресҡа ҡаршы тороусанлыҡты күтәреү хаҡында лекциялар, тренингтар үткәрелеп тора. 18-се дауаханала хеҙмәткәрҙәр өсөн психологик көсөргәнештән арыныу бүлмәһе булдырылған.

Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзы рәйесе Рауль Хәлфин хеҙмәткәрҙәрҙең кәйефен тойоу һәм ихтыяждарын ишетеү мөһимлеген билдәләне.

 – Эмоциональ “яныу” – етди проблема. Был проблема ойошмалар етәкселәренең дә, медиктарҙың үҙҙәренең дә иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, – тине ул сығышында.

Фотолар Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре республика профсоюзының социаль селтәренән.

Һөнәри “яныу” – етди проблема
Һөнәри “яныу” – етди проблема
Һөнәри “яныу” – етди проблема
Һөнәри “яныу” – етди проблема
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: