-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
28 Ноябрь , 16:05

Хаҡлы ял – сәйәхәт итер мәл

  “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” республика проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн 2025 йыл бюджеты проектына элекке сумма – 70 миллион һум һалынған, тип белдерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 15-се ултырышында финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская.

 “Әгәр программа киңәйтелһә, яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килһә, финанслау сығанаҡтары эҙләнәсәк”, – тине ул.

 Был проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса “Демография” милли проекты сиктәрендә 2020 йылда барлыҡҡа килде. Программаға ярашлы, хаҡлы ялдағылар республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренә бушлай сәйәхәт ҡыла. 2023 йылда проект халыҡ-ара кимәлгә сыҡты, пенсионерҙарҙың Белоруссияла, Абхазияла булыу мөмкинлеге тыуҙы. Был исемлек быйыл Үзбәкстан менән тулыланды.

Фото Радий Хәбировтың телеграм каналынан, архив фотоһы.

Автор:
Читайте нас: