-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
27 Ноябрь , 16:07

Тәмле фестиваль

Өфөлә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә “Ҡаҙ һәм бал” милли аш-һыу фестивале бара. Башҡортостан флагы төҫөндәге  иҫ киткес ҙур ураманы  Ғафури районы Красноусол ҡасабаһынан  “Алтын ҡурай”  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  әҙерләгән. Уның директоры  Гөлшат Урманшина әйтеүенсә,  был татлыҡайҙың  бейеклеге 2 метр ярым, ә үҙе иһә 2100  бәләкәй ураманан тора.  Башҡортостан картаһын  кәүҙәләндергән  бауырһаҡ та һоҡланғыс һәм үҙенсәлекле.  

Тәмле фестиваль
Тәмле фестиваль

Өфөлә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә “Ҡаҙ һәм бал” милли аш-һыу фестивале бара. Көрәш һарайы янында төрлө  халыҡтарҙың  аш-һыуҙары тәҡдим ителгән 30 йәмәғәт туҡланыуы нөктәһе эшләй. Фестиваль барышында “Иң яҡшы балыҡ ашы” һәм “Иң яҡшы бишбармаҡ” бәйгеләрен уҙғарыу һәм иң ҙур “Ҡырмыҫҡа иләүе” торты  һәм “Урама” әҙерләү буйынса ике рекорд ҡуйыу күҙаллана.  

Башҡортостан флагы төҫөндәге  иҫ киткес ҙур ураманы  Ғафури районы Красноусол ҡасабаһынан  “Алтын ҡурай”  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  әҙерләгән. Уның директоры  Гөлшат Урманшина әйтеүенсә,  был татлыҡайҙың  бейеклеге 2 метр ярым, ә үҙе иһә 2100  бәләкәй ураманан тора.  Башҡортостан картаһын  кәүҙәләндергән  бауырһаҡ та һоҡланғыс һәм үҙенсәлекле.  Мәктәп ашханаларында  уҡыусыларҙы туҡландырыу хеҙмәтен үҙ өҫтөнә алған “Алтын ҡурай” йәмғиәте  милли аш-һыуыбыҙҙы популярлаштырыуға ҙур өҫтөнлөк бирә. Уларҙың  махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарыбыҙға күрһәткән ярҙамы ла  оло ихтирамға  лайыҡ.

 

Александр Королев фотолары

Тәмле фестиваль
Тәмле фестиваль
Тәмле фестиваль
Тәмле фестиваль
Тәмле фестиваль
Тәмле фестиваль
Тәмле фестиваль
Тәмле фестиваль
Автор:
Читайте нас: