-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
26 Ноябрь , 15:06

Һөнәрмәндәр ҡаласығы гөрләй

Өфөлә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә  халыҡ художество кәсептәре күргәҙмәһе асылды. Ҡаҙағстандан һәм илебеҙҙең 12 төбәгенән  йыйылған  халыҡ оҫталарының бай күргәҙмәһе иртәнән кискә тиклем эшләй. Халыҡ кәсептәрен һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә, ошо өлкәлә кадрҙар әҙерләүгә, алдынғы тәжрибәне киң таратыуға өлөш индергән кешеләр күңелдә һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо уята. Оҫталар ҡаласығында  үҙ майҙансығын  булдырған “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы режиссеры Эльвира Ким буш ваҡытында ҡағыҙҙан иҫ киткес сумкалар, кәрзиндәр, батмустар үреү менән мауыға.

Һөнәрмәндәр ҡаласығы гөрләй
Һөнәрмәндәр ҡаласығы гөрләй

Милли орнаменттар һырланған батмустарҙы эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алып барған ханым күңел шөғөлөнә бар йөрәк йылыһын һала. “Туристик Сувенир – 2022” Бөтә Рәсәй  конкурсында 1-се урын яулаған, күҙ яуын алырлыҡ матурлыҡ тыуҙырған Эльвира Рауил ҡыҙына киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!

Һөнәрмәндәр ҡаласығы гөрләй
Һөнәрмәндәр ҡаласығы гөрләй
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: