Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, билдәле тележурналист Рәмзиә Кәримова беренсе ҡатын-ҡыҙҙар отряды ирекмәндәре сафына баҫты һәм МХО биләмәһендәге хәрби госпиталгә эшкә юлланды. Алдағы бер нисә аҙнала ул медиктарға ауырыу һәм яралы һалдаттарҙы ҡарарға ярҙам итәсәк.
– Коллегабыҙҙың ниәте менән ғорурланабыҙ. Республикала беренсе ҡатын-ҡыҙҙар отряды барлыҡҡа килеү менән, ул шунда уҡ исемлеккә яҙылды. Ул беренсе төркөмгә инмәне һәм хәҙер ялға ҡайтҡан ирекмәндәрҙе алмаштырыу ваҡыты еткәс, МХО зонаһына юллана. Шуны билдәләп үткем килә, был эш түләүле түгел, депутат күңел саҡырыуы буйынса бара, шәхси ваҡытын, аҡсаһын сарыф итә, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Медицина хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән улар һәр төрлө ярҙам күрһәтәсәк, яралы һалдаттарға яҡын туғандарын алмаштырасаҡ, – тине БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
«Мин илемә рәхмәтлемен, ғүмер буйы дәүләт миңә ярҙам итте, юғары баһаланы. Хәҙер миңә ярҙам итергә ваҡыт. Мин журналист булып эшләйем, ҙур аҡса ебәреү мөмкинлегем юҡ, әммә шәхси иғтибар һәм хәстәрлек менән ярҙам итә алам. Ирем менән өлкән ҡыҙым минең ҡарарымды аңлап ҡабул итте, кесеһе ебәрергә теләмәне. Әммә мин ыңғай ҡарайым. Хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә барыһы ла булырға мөмкин, күҙаллап булмай, әммә барыһы ла яҡшы булыр, тип ышанам», – тине Рәмзиә Кәримова.
Сығанаҡ: «Башинформ».