-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
26 Ноябрь , 14:33

Билдәле актриса МХО-ға китергә йыйына

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы алып барыусыһы Эльмира Юлдашева махсус операция бурыстарын алғы һыҙыҡта үтәргә маҡсат ҡуйған, әле ул БПЛА операторына уҡый.

Билдәле актриса МХО-ға китергә йыйына
Билдәле актриса МХО-ға китергә йыйына

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы алып барыусыһы Эльмира Юлдашева МХО-ға барырға ҡарар иткән. Актриса махсус операция бурыстарын алғы һыҙыҡта үтәргә ниәтләй, шуға күрә бөгөн БПЛА операторына уҡый.

— Мин – Тыуған илемдең патриоты. Ватаныбыҙҙы һаҡларға кәрәклегенә һаман да шикләнгән ир-егеттәргә өлгө булғым килә. Коллегаларым минең ҡарарымды бик хупланы. Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге минең эш урынымды һаҡлап ҡаласаҡ, – тине Эльмира.

Эльмира Юлдашева үҙенең ниәте ныҡлы булыуын, әммә барыбер борсолоуҙары барлығы хаҡында һөйләне.

– Әлбиттә, мин борсолам. Әммә көслө кешемен, тормошта күпте күрҙем. Барыһы ла килеп сығыр, тип уйлайым. Яҡындарыма терәк-таяныс булыуҙары өсөн рәхмәтлемен, – ти актриса.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса 40-тан ашыу сара булдырылған. Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән ир-егеттәр, бөтә түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, тәүге йылда уҡ 3 825 000 һумдан алып эш хаҡы ала. Шулай уҡ һалдаттар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡырҡтан ашыу төрлө льготалар, шул иҫәптән шифаханаға бушлай йөрөү, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, балаларҙы тулыһынса бушлай уҡытыу, ғаиләгә көндәлек тормошта ярҙам күрһәтеү һәм башҡа күп нәмәләр булдырылған. Саралар исемлеген тулыһынса бында уҡығыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәтте Башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса белешергә мөмкин.

Быға тиклем Башҡортостандан журналисының МХО зонаһына эшкә йыйыныуы хаҡында хәбәр иткәйнек.

https://bash.bashinform.ru/news/svo/2024-11-26/aktrisa-elmira-yuldasheva-mho-a-kiterg-arar-itk-n-4024395

Автор:
Читайте нас: