+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
25 Ноябрь 2024, 06:22

Башҡорт яугире әсәһенә сюрприз эшләгән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Хамас» позывнойлы яугир ялға ҡайтҡан һәм көтмәгәндә дауаханала эшләгән әсәһенең эш урынына килеп ингән. Әсәләр көнөнә ошонан да ҙурыраҡ бүләк юҡтыр.

Башҡорт яугире әсәһенә сюрприз эшләгәнБашҡорт яугире әсәһенә сюрприз эшләгән
Башҡорт яугире әсәһенә сюрприз эшләгән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Хамас» позывнойлы яугир ялға ҡайтҡан һәм көтмәгәндә дауаханала эшләгән әсәһенең эш урынына килеп ингән. Әсәләр көнөнә ошонан да ҙурыраҡ бүләк юҡтыр.

– Сығышым менән Дәүләкәндәнмен. Беҙ күптән Нижневартовск ҡалаһына күсеп киттек, – тип һөйләне яугир. – 2022 йылдан үҙ теләгем менән махсус операцияла ҡатнашам. Әсәйемә хәбәр итмәй ҡайтып, байрамға бүләк эшләргә теләгәйнем.

Әйткәндәй, яҡташыбыҙ тиҙҙән тыуған яғына ҡайтырға ниәтләй. Ул үҙенә позывнойҙы нисек һайлауы хаҡында һөйләне, ә бына наградалары хаҡында яҙмауыбыҙҙы үтенде. 

– Мин – мосолман. Дуҫтарым һаҡалыма ҡарап, Хамас, тип шаяртҡайны, шул көндән ошо позывной тағылып ҡалды. Наградаларым бар, әлбиттә, әммә улар хаҡында һөйләргә яратмайым, – ти Дәүләкән егете.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Фото:видеонан скриншот.

Автор:
Читайте нас