+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Ноябрь 2024, 08:35

Ҡыш бабай поезы килә

Быйыл Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа һәм Салауатҡа Ҡыш бабай поезы килә. 24 декабрҙә яңы йыл составын Стәрлетамаҡта һәм шул уҡ көндө күрше Салауатта ҡаршылаясаҡтар. Өфөлә поезд 25 декабрҙә туҡтай.

Ҡыш бабай поезы киләҠыш бабай поезы килә
Ҡыш бабай поезы килә

Быйыл Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа һәм Салауатҡа Ҡыш бабай поезы килә. 24 декабрҙә яңы йыл составын Стәрлетамаҡта һәм шул уҡ көндө күрше Салауатта ҡаршылаясаҡтар. Өфөлә поезд 25 декабрҙә туҡтай.

Осрашыуға теләгән һәр кем килергә мөмкин. Перронда тамашалар һәм күңел асыу саралары ойоштороласаҡ. Тамашасыларҙы вагон-ресторан һәм вагон-кибет көтә. Алдан һатып алынған билеттар буйынса айырым саралар ҙа була. Әйтәйек, Ҡыш бабай менән уның резиденцияһында осрашыу, поезда квестар һәм сәй эсеү, ҡурсаҡ спектакле.

Билеттар поезд ҡалаға килеп етеүгә 30 көн ҡалғас һатыла башлай, инструкцияны «Ҡыш бабай поезы» проектының социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә йәки Рәсәй тимер юлдары сайтында табырға мөмкин.

Былтыр Өфөлә байрам поезын ҡаршы алырға 13 меңдән ашыу кеше килгәйне.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас