+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
22 Ноябрь 2024, 08:10

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, 12-14 декабрҙә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үткәрелә. 

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәреләVI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелә
VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, 12-14 декабрҙә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үткәрелә. Форумда республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегаттың ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр итәләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән.

18 апрелдән 20 июнгә тиклем республикала делегаттар һайлау һәм съезд эшендә ҡатнашыу өсөн рәсми делегациялар ойоштороу буйынса дөйөм йыйылыштар (ҡоролтайҙар) уҙған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының съезына әҙерлек барышында республика райондарында һәм ҡалаларында 318 делегат һайланған. Рәсәй төбәктәрендә илдең 34 төбәгенән 171 делегат билдәләнгән. Сит ил делегациялары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә эшләгән йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәренән тора: съезға 12 илдән 38 ватандашыбыҙҙың килеүе көтөлә.

— Сара барышында «Торатау» конгресс-холында форумдар, түңәрәк өҫтәлдәр, секция һәм пленар ултырыштар үткәреү ҡаралған, – тип белдерҙеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә. – Маҡсат – милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, төбәктән ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙға булышлыҡ итеү.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас